Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2020, 01:06

«Демография» милли проекты сиктәрендә уҡыусылар өсөн сәләмәт туҡланыу буйынса дәрес индерелә

«Рәсәй электрон мәктәбе» платформаһында сәләмәт һәм баланслы туҡланыу принциптарына бағышланған дәрескә старт бирелә. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Программа «Сәләмәт туҡланыу» милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Ул балаларға режим һәм туҡланыу рационы, уны ни өсөн үтәргә икәнлеге, кешегә мөһим булған аҙыҡтар, теге йәки был аҙыҡтың калория кимәле тураһында белем бирәсәк. Дәрес аҙағында барлыҡ уҡыусылар интерактив мәсьәләләр ярҙамында алған белемен тикшерә ала.
Дәрестәр видео-сюжет форматында бирелә.
«Сәләмәт туҡланыу» проектын тормошҡа ашырыу мәлендә 2024 йылға тиклем Рәсәйҙең 80 субъектынан 30 миллиондан артығыраҡ кеше сәләмәт туҡланыу һорауҙары буйынса өйрөтеүсе программаларға ҡушылыр тип көтөлә.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙең 24 төбәгендә аҙыҡ-түлек сифатының һәм халыҡтың төрлө төркөмдәрендә туҡланыу торошо буйынса системалы мониторинг алып барыла. Бының өсөн 17 тәжрибә үткәреү үҙәге йыһазландырылған. Ун ике төркөм аҙыҡ-түлек продукцияһы тикшерелә.
Магазин кәштәләрендәге аҙыҡтарҙың сифат күрһәткестәрен контролләү көсәйтелгән. Сифатты күтәреү өсөн яңы санитар нормалар һәм ҡағиҙәләр индерелгән.
«Демография» милли проектының «Йәмғиәт һаулығын нығытыу» федераль проектының төп маҡсаттарының береһе – хәүефле булмаған һәм сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү менән граждандарҙың тормош сифатын күтәреү һәм һаулығын һаҡлау, һәр ғаиләгә сәләмәт туҡланыу нормаларын еткереү.
Читайте нас: