Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2020, 00:30

Яңы йыл бүләктәре тапшырылды

Кисә, 25 декабрь, Йомшаҡ шыршыҡай һәм бүләктәр көнө булды. Ауырғазы балалары ла был көндө бүләкһеҙ ҡалманы.

Райондың төрлө өлкәләге – уҡыуҙа, ижадта, спортта - һәләтле балаларын йылдағыса Яңы йыл менән ҡотланылар.
Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов тәбрикләне һәм республика башлығы исеменән бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ Зөфәр Йәүҙәт улынан татлы бүләктәр йыйылмаһы ла алдылар.
Әкиәт геройҙары балаларға сағыу, мауыҡтырғыс театрлаштырылған тамаша күрһәтте.
Район хакимиәте сайты фотолары ҡулланылды.
Читайте нас: