Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2020, 22:24

Республикала күпме кеше гриптан прививка эшләткән?

Башҡортостан Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 25 декабргә республика буйынса 2 422 693 кеше грипҡа ҡаршы прививка яһатҡан.

Башҡортостан Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 25 декабргә республика буйынса 2 422 693 кеше грипҡа ҡаршы прививка яһатҡан.
Был – республикала йәшәүселәрҙең дөйөм һанынан 60%. Уларҙың 1,7 миллионға яҡыны – өлкәндәр, ярты миллион самаһы – балалар.
Август аҙағында башланған грипҡа ҡаршы прививка кампанияһы тамамланған.
Ведомство белгестәре белдереүенсә, әле республика биләмәһендә киҫкен респиратор инфекциялар менән ауырыу осраҡтарының артыуы теркәлә. Грипп теркәлмәй. Сирләү кимәле эпидемик сиктән түбәнерәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы мәғлүмәте буйынса
Читайте нас: