Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2020, 22:13

Быйыл Кремль шыршыһы телевизион форматта үтә

«Бишенсе йыл миҙгеле, йәки Яңы йылды Кем уйлап тапҡан» яңы йыл спектакле Кремль һарайында тамашасыһыҙ сәхнәләштерелә.

31 декабрҙә киске сәғәт 6-ла (Мәскәү ваҡыты) был тамаша «Карусель» каналында күрһәтеләсәк. Теләгән һәр кемде уны телевизорҙан ҡарай ала.
Мәскәү театрҙары һәм кино артистары, акробатика буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы, спорт рок-н-ролы буйынса донъя һәм Европа чемпиондары бында ҡатнаша.
Шулай уҡ Кремль шыршыһы трансляцияһын 7 ғинуарҙа киске 8-се яртыла (Мәскәү ваҡыты) һәм 13 ғинуарҙа сәғәт 5-тә (Мәскәү ваҡыты) лә ҡарарға мөмкин.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы мәғлүмәте буйынса.
Читайте нас: