Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2020, 21:36

Батырҙар көнөндә мауыҡтырғыс ярыштар булды

Бөгөн, 27 декабрь, Талбазы ауылында Батырҙар көнө билдәләнде.

Был көн халыҡтың һаулығын нығытыу, гражданлыҡ, илһөйәрлек сифаттарын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү маҡсатында үткәрелә. Йәштәрҙе һәм балаларҙы әүҙем тормош рәүешенә ылыҡтыра, этник спорт төрҙәрен киң таратыуға булышлыҡ итә.
Район мәҙәниәт бүлеге Балалар-йәшүҫмерҙәр спорт мәктәбе менән берлектә спорт уйындары ойошторҙо. Тышта һалҡын һәм буран сығып тороуына ҡарамаҫтан, уйындарҙа хатта иң бәләкәйҙәр ҙә ҡатнашты.
Конкурсанттар гер күтәреүҙә, ҡул көрәштереүҙә, башҡа төрлө көс талап иткән ярыштарҙа үҙҙәрен һынап ҡараны. Спортҡа ҡыҙыҡһыныу артыуы һөйөндөрә, әлбиттә.
Еңеүселәр һәм призлы урындарға сығыусылар Ауырғазы район хакимиәте грамоталары һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде.
Материал https://vk.com/club176532996 сайты материалы буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: