«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Өфө ҡалаһының 2-се балалар поликлиникаһы «Беренсел медик-санитария ярҙамы күрһәтеүсе медицина ойошмаһының яңы моделе» проекты буйынса эшләй.
«Һаҡсыл поликлиника» принцибы эштең төрлө йүнәлештәрендә ҡулланыла:
- регистратура, бүлексәләр эше, ҡабул итеү графигы, вакцинациялау, дәүләт һатып алыу эштәре системаһы ҡулайлаштырылған;
- көндөҙгө стационар эшен ойоштороуға, белгестәргә ҡабул итеүгә яҙылыу системаһын камиллаштырыуға, пациенттарҙың электрон карталары менән эшләүҙе оптималләштереүгә иғтибар бүленә;
- медицина ойошмаһына табип ҡабул итеүенә, вакцинация йәки башҡа төрлө процедураларға яҙылыу өсөн Берҙәм телефон номеры булдырылған. Был быға тиклем интернет аша 13-01 номеры буйынса булған яҙылыу мөмкинлеген тағы ла тулыландырҙы;
-поликлиника эсендә һәм уның бүлексәләрендә уңайлы навигация булдырылған.
Былар барыһы ла пациенттарҙың сират көтөү ваҡытын кәметергә мөмкинлек бирә һәм белгестәргә сират барлыҡҡа килеүен булдырмай.
Балалар поликлиникаһында шулай уҡ балалар өсөн айырым зона, уйын мөйөштәре һәм бүлмә бар.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренән.