Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 14:47

Өфөлә Ҡыш бабайҙар парады була

Шәмбе, 26 декабрҙә, Ҡыш бабайҙар парады яңы формала уҙа

Быйыл Ҡыш бабайҙар парады автоуҙыш формаһында уҙғарыла. Быйыл «Ҡыш бабайҙар алышы» онлайн-конкурсы ойошторолдо.
Шәмбе, 26 декабрҙә, баш ҡаланың ете районының конкурста еңгән төп геройҙары Салауат Юлаев майҙанында урынлашҡан шыршынан автоуҙыш башлай. Улар Зәки Вәлиди, Карл Маркс, Пушкин, Ленин, Революция, Октябрҙең 50 йыллығы урамдары, Октябрь проспекты буйлап үтәсәк.
Ленин исемендәге майҙандағы төп шыршы янындағы тамаша сараны тамамлай. Автоуҙыш көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана, тип белдергәндәр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
https://www.bashinform.ru/news/1539417-parad-dedov-morozov-proydet-v-ufe-26-dekabrya/
Фото: Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрҙәренән.
Читайте нас: