Бөгөн, кесаҙна, аяҙлы-болотло һауа торошо. Урыны менән бер аҙ ҡар, боҙлауыҡ. Юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ. Ел көнбайыштан секундына 3-8метр.
Һауа температураһы көндөҙ — минус 7-12 градус.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, йома көндө урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Төндә һауа температураһы— минус 15-20, урыны менән 10 градус булһа, көндөҙ — минус 7-12 градус буласағы фаразлана.
Шәмбе иһә яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә16-21 градус һалҡын, урыны менән - 11 градус. Көндөҙ — минус 6-11 градус.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы материалдары буйынса әҙерләнде.