2020 йылдың 31 декабре республикала ял көнө тип иғлан ителә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, 2020 йылдың 31 декабре республикала ял көнө тип иғлан ителде.
Белеүегеҙсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт советы ултырышында «Берҙәм Рәсәй» партияһының 31 декабрҙе ял көнө итеү башланғысын хуплағайны.
Башҡортостандың дәүләт вазифаларында һәм дәүләт граждандар хеҙмәте вазифаларында эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн 26 декабрь – эш көнө, ә 31 декабрҙә ял була.
Республиканың дәүләт органдары етәкселәре үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренә һәм ведомство ҡарамағындағы ойошмаларға ҡарата ошондай ҡарар ҡабул итергә тейеш. Шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарына һәм бөтә эш биреүселәренә шундай ҡарар ҡабул итергә кәңәш бирелә.
Байрам көндәрендә авария һәм ашығыс хеҙмәттәр штат режимында эшләй.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.