Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 15:43

3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр тәртибе үҙгәрә

2021 йылдан республикала 3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр тәртибе үҙгәрә.

2021 йылдан республикала 3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр тәртибе үҙгәрә.
1 ғинуарҙан ғаиләләр арттырылған күләмдә пособие алырға хоҡуҡлы, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башлығы Ленара Иванова.
Арттырылған күләмдәге пособие «коронавирус түләүҙәренән» һуң да ярлылыҡ сигендә йәшәгән йәғни йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан кәмерәк булған балалы ғаиләләргә бирелә.
Әгәр хәҙер аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә йәшәү минимумының яртыһын түләһәләр (биш мең һум самаһы), киләһе йылдан иһә бындай ғаиләләр йәшәү минимумына ярашлы (10 мең һумға яҡын) ала башлай.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрҙәре буйынса.
Читайте нас: