Рух
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 14:16

«Ҡанатлы калейдоскоп» саҡыра

Яңы йыл каникулдары ваҡытында, 2021 йылдың 2 ғинуарында, «Ҡанатлы калейдоскоп» конкурсы үткәрелә. Ул Мәғариф һәм фән, Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтары, Республика балалар экология-биология үҙәге ярҙамында ойошторола.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Конкурс ике өлөштән тора.
10.00-дән 15.00 сәғәткә тиклем - республиканың бөтә райондарында үҙ ҡулың менән тағараҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре. Һәр муниципалитет иң яҡшы тағараҡтың фотоһын төбәк ойоштороу комитетына жюри ағзалары баһалауы өсөн ебәрә.
14.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем– һәр теләүсе «Белгес-орнитолог» онлайн-викторинаһында ҡатнашып, ҡоштар донъяһы буйынса белемен тикшерә ала. (һылтанма Республика балалар экология-биология –үҙәгенең Бәйләнештә селтәрендәге рәсми төркөмөндә 2020 йылдың 25 декабрендә ҡуйыласаҡ).
Балалар өсөн мауыҡтырғыс һорауҙар һәм ҡоштар тормошонан ҡыҙыҡлы факттарҙы Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова, шулай уҡ профилле ведомстволар белгестәре әҙерләгән дә инде.
Был сара "Экология" милли проектының "Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән мөғәләмә итеүҙең комплекслы системаһы" төбәк проекты буйынса үтәсәк. Һәр номинацияла еңеүсе билдәләнәсәк, уларға иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнгән.
Барлыҡ теләүселәрҙе «Ҡанатлы калейдоскоп»та ҡанашырға саҡыралар.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Читайте нас в