Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 15:27

ВЛАДИМИР ПУТИН: 2021 йылда иҡтисадта коронавирус пандемияһына тиклем булған күрһәткестәргә ирешәсәкбеҙ

Дәүләт тырышлығы менән 2021 йылға иҡтисадта коронавирусҡа тиклем булған күрһәткестәргә сығырға мөмкинлек бирер, тип иҫәпләй В.Путин.

Дәүләт тырышлығы менән 2021 йылға иҡтисадта коронавирусҡа тиклем булған күрһәткестәргә сығырға мөмкинлек бирер, тип иҫәпләй В.Путин.
«Иҡтисадҡа килгәндә, төрлө баһалар, иҫәпләүҙәр буйынса 2021 йыл аҙағына - 2022 йылдың беренсе кварталына беҙ был мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ. Өҫтәүенә, киләһе йылда уҡ илдең эске тулайым продукты күрһәткесенең ыңғай тенденция күләменән сығырға ниәтләйбеҙ», - тип белдерҙе В.Путин кесаҙна үткән матбуғат конференцияһында.
2020 йылда Рәсәйҙә эшһеҙлек кимәле 4,2% -тан 6,3%-ҡа күтәрелде. Йыл йомғаҡтары буйынса, килемдең төшөүе 3%-ҡа етәсәк, ә эш хаҡы йыл аҙағына 1,5%-ҡа артыуы ихтимал.
«Граждандарҙың миңә асыуланмауын һорайым. Мин әйткәндәр кешеләрҙең ысынбарлыҡта күргәндәренә тап килмәй, был уртаса һандар, беҙ уларҙы ла күҙ уңында тоторға тейешбеҙ, - тине президент эш хаҡтары үҫеше буйынса. – Дәүләт иҡтисадты һәм халыҡты тәьмин итеүгә триллион һум аҡсалар йүнәлтә һәм йүнәлтәсәк. Дәүләт ярҙамы иң әүәл эш урындарын һаҡлауға китә».
Рәсәй Президенты белдереүенсә, иҡтисад һәм финанс система эше тотороҡло, банктар 1,3 триллион һум табыш аласаҡ.
«Ауыл хужалығы етештереүе үҫте – әлеге ваҡытҡа ул яҡынса 1,8 процентҡа артты. Министр әйтеүенсә, йыл һөҙөмтәләре буйынса ул 2 процентҡа артасаҡ», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин. Был 2021 йылда иҡтисадтың үҫешенә нигеҙ буласаҡ һәм коронавирусҡа тиклем булған күрһәткестәргә ирешербеҙ.
По информации https://www.vesti.ru/finance/article/2499994
Читайте нас: