Рух
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 13:09

ПУТИН РАЙОН ДАУАХАНАЛАРЫ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘНЕ

Ул район дауаханаларында үҙгәрештәр индереү ваҡытын атаны

Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһында реформа 2021 йылдың 1 ғинуарында башланасаҡ, үҙәк район һәм район дауаханаларын үҫтереү стратегияһы биш йылға төҙөлгән, -тип белдерҙе Рәсәй прeзиденты Владимир Путин 17 дeкабрҙә үткән ҙур матбуғат конференцияһында («Известия» хәбәрҙәренән).
– Беҙ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге беренсел звеноны үҫтереү эшен башлауҙы бер аҙ кисектереп торҙоҡ, ләкин был турала онотманыҡ. Быйыл 1 июлдән башланырға тейешле эштәр яңы йылдың 1 ғинуарында башлана. Был программаны үтәүгә күҙ уңында тотолған барлыҡ ресурстар программа буйынса ҡаралған ваҡытта ҡулланыласаҡ, - тине президент.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәй был эштәргә бюджеттан 550 миллиард һум йүнәлтәсәк, төбәктәр бюджетынан 50 миллиард һум.
Башҡортостан Республикаһы башлығы сайты мәғлүмәттәре буйынса, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә беренсел звеноны модернизациялауға Башҡортостан 2025 йылға тиклем федераль бюджеттан 15,6 млрд һум аласаҡ. 2021 йылда республикаға 2,6 миллиард һум күләмендә беренсе транш бүленәсәк.
Модернизациялау программаһы сиктәрендә республика территорияһында 11 поликлиника, өс участок һәм бер үҙәк район дауаханаһы, 21 дөйөм практика табибы офисы, 42 табиб амбулаторияһы һәм 456 фельдшер-акушер пункты төҙөләсәк, ике поликлиника реконструкцияланасаҡ. Дүрт үҙәк район, 11 участок дауаханаһы, 48 поликлиника, 20 амбулатория һәм ике ФАП-ты капиталь ремонтлаясаҡтар.
Ауырғазы районында ғына һуңғы йылда биш яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө.
(район гәзите материалы буйынса әҙерләнде).
Читайте нас: