Рух
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 15:02

ПУТИН: Рәсәй буйынса турҙар өсөн кэшбэк программаһы 2021 йылда ла дауам итәсәк

Илебеҙ буйынса сәйәхәт өсөн тотонолған сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплау программаһы 2021 йылда ла дауам итәсәк.

Туризм
Илебеҙ буйынса сәйәхәт өсөн тотонолған сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплау программаһы 2021 йылда ла дауам итәсәк. Был турала «Комсомольская правда» хәбәр иткән.
Матбуғат конференцияһында Владимир Путин программала ҡалған аҡсаларҙың икенсе йылға күсереләсәге тураһында белдерҙе.
- Беҙ 15 миллиард һум аҡса һалдыҡ, шуның 1,2 миллиард һумы тотонолдо. Хөкүмәт менән килешеп, ҡалған аҡсаларҙы бүтән ергә бүлмәҫкә ҡарар иттек. Киләһе йылда ла ошонан да кәмерәк сумма булмаясаҡ, хеҙмәт күрһәтеүҙең был төрөн үҫтерәсәкбеҙ, - тине Путин.
Әйткәндәй, октябрь башынан алып ике төн дауамындағы турҙарҙан башлап кэшбэк программаһына эләгә.
Читайте нас: