Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2020, 12:32

Быйыл республика халҡы «ҡышҡы» метеорҙарҙы күҙәтә ала

17 декабрҙән алып 26-һына тиклем «ҡышҡы» метеорҙарҙы – Урсидтарҙы күрергә мөмкин.

17 декабрҙән алып 26-һына тиклем «ҡышҡы» метеорҙарҙы – Урсидтарҙы күрергә мөмкин. Улар – сәғәтенә күп тигәндә 10-15 метеор биргән еңелсә метеор ағымы.
«Урсидтарҙы төнө буйына: ҡараңғы төшкәндән алып таңға тиклем күҙәтергә мөмкин. Быйыл Урсидтарҙың күбеһе 22 декабрҙә кисен эңер төшкәс көтөлә, шулай уҡ улар 22 декабрҙә таң алдынан әүҙем була», — тип хәбәр иткәндәр Өфө планетарийынан.
Быйыл кис көнө Урсидтарҙы күҙәтергә Ай ҡамасаулай – ул кисен күренә һәм төнгө икенсе яртыла ғына бата. Ә 22 декабрҙә таң алдынан ул күктә булмай.
https://www.bashinform.ru/news/1537387-zhiteli-bashkirii-smogut-uvidet-zimnie-meteory/
Фото: Өфө планетарийы сайты
Читайте нас: