Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 14:56

Потеха йылғаһы буйында төҙөлгән быуа һауыҡтырыла

Башҡортостанда Потеха йылғаһындағы быуала экологик реабилитациялауға тотондолар.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Ул «Экология» милли проектына ярашлы башҡарыла.
Благовещен арматур заводына яҡын урынлашҡан йылғаның экологик хәле урындағы халыҡта борсолоу тыуҙыра. Улар һыу ятҡылығынан насар еҫ килеүенә зарлана. Белгестәр билдәләүенсә, быуа һаҙлыҡҡа әйләнгән, уны үҫемлектәр баҫҡан.
«Экология» милли проектының «Уникаль һыу объекттарын һаҡлау» проекты сиктәрендә йылғаның тамағын таҙартыу, быуаның ярҙарын формалаштырыу һәм һыуҙың тейешле тәрәнлеген тәьмин итеү өсөн төбөндәге ултырған ҡатламдарҙы сығарыу планлаштырылған.
1,94 саҡрым оҙонлоҡтағы һыу объектына яҡын йәшәгән 37 мең самаһы кеше экологик йәшәү шарттарын яҡшырта аласаҡ. Эштәрҙе башҡарыу өсөн федераль ҡаҙнанан 66 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
2022 йыл аҙағына тиклем эштәрҙе тамамларға ниәтләйҙәр.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы
Читайте нас: