Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2020, 13:46

"Белем" милли проекты: Башҡортостанда "Йәш Профессионалдар" (Worldskills Russia) VI төбәк чемпионаты бара

2020 йылдың 14-19 декабрендә Башҡортостан Республикаһының "Йәш Профессионалдар" (Worldskills Russia) VI төбәк чемпионаты үтә.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Ағымдағы чемпионат циклында ярыштар 94 компетенция буйынса буласаҡ, ҡатнашыусыларҙың йәше – 16 йәштән 22-гә тиклем. Шулай уҡ 45 компетенцияла иң йәштәре - дөйөм белем биреү ойошмаларынан 10 йәштән 16 йәшкә тиклем уҡыусылар - буласаҡ. Сарала 884 конкурсант һәм 704 эксперт-компатриот, шулай уҡ юниорҙар буйынса 180 баш эксперт һәм баш эксперттарҙың урынбаҫарҙары ҡатнаша, майҙансыҡтарҙы 139 техник администратор хеҙмәтләндерә.
2020 йылда чемпионатта беренсе тапҡыр «Умартасылыҡ», «Бухгалтер иҫәбе», «Ландшафт дизайны», «Экскурсия хеҙмәтен ойоштороу», «Турагент эшмәкәрлеге», «Туроператор эшмәкәрлеге», «Ортопедик стоматология», «Лаборатория медицина анализдары», «Социаль һәм медицина тәрбиәһе», «Финанстар», «Банк эше», « Визуаль мерчендайзинг », «Ағасты нәфис биҙәү», «Страховкалау агенты», « Интерьер дизайны », «Сәнәғәт дизайны», «3Д моделләштереү», «Фотография» һ.б. компетенциялар ттәҡдим ителә.
Чемпионат белем биреү учреждениелары менән бер рәттән «Һауа транспорты сервисы» компетенцияһында ««Өфө» халыҡ-ара аэропорты» ҡатнашасаҡ. Токарь эштәре буйынса ярыштар Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә ойошторола.
Чемпионатты үткәреү географияһы йылдан-йыл киңәйә: Өфө, Бәләбәй, Бөрө, Благовещен, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Туймазы, Учалы ҡалаларында, Әлшәй һәм Дыуан һ.б. райондарҙа 35 ярыш майҙансығы урынлашҡан.
Төбәк чемпионаты сиктәрендә Эшлекле программа ҡаралған. Ул тәүге тапҡыр дистанцион вебинар, онлайн-воркшоп һәм дискуссиялар форматында үтәсәк. Тамашасылар һәм ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһының теләһә ниндәй нөктәһенән live режимда ҡушыла ала, беҙҙең төбәктең һәм Рәсәйҙең әйҙәүсе эксперттары һәм профессионалдар квалификациялы белгестәр әҙерләү өсөн шарттар тураһында фекер алышасаҡ.
«Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) VI төбәк чемпионатын асыу 14 декабрь 16:00 сәғәттә YouTubе каналында онлайн-форматта үтте.
Сара операторы: Башҡортостанда «Йәш профессионалдар (Ворлдскиллс Рәсәй)» союзының төбәк координация үҙәге.
Белешмә:
WorldSkills хәрәкәте эшсе һөнәренең абруйын һәм квалификацияһын күтәреүгә, иҡтисадтың етештереү секторына йәштәрҙе йәлеп итеү, шулай уҡ һөнәри компетенцияларға халыҡ-ара һәм милли талаптарҙы иҫәпкә алып эшсе профессиялар һәм профессиональ белгеслектәр буйынса белем стандарттарын камиллаштырыуға йүнәлтелгән.
WorldSkills Хәрәкәтенең төп миссияһы — ул профессиональ компетенцияны үҫтереү, юғары квалификациялы кадрҙар абруйын күтәреп, компетенцияларҙың шәхси уңыш һәм иҡтисади үҫеше өсөн мөһимлеген күрһәтеү.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы
https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/49401
Читайте нас: