Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2020, 02:26

Паспортлы булдылар

Йәш граждандарға төп документты район крайҙы өйрәнеү-тарихи музейында тапшырыу традицияға әйләнгән. Быйыл да биш уҡыусыға паспорттар тантаналы рәүештә тапшырылды.

Район миграция хеҙмәте начальнигы Азамат Ибраһимов һәм район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Сергей Цуканов егет һәм ҡыҙҙарҙы ҡотланы, уларға паспорт менән уға тышлыҡ тапшырҙы.
Йәштәр эштәре буйынса баш белгес Лиана Шаганц һәм ата-әсәләр нәсихәттәр еткерҙе, уларға һаулыҡ, уҡыуҙарында уңыштар таләне.
Музей хеҙмәткәрҙәре йәштәргә тематик викторина ла әҙерләгән.
Читайте нас: