Әлеге ваҡытта республикала һалҡын антициклон хакимлыҡ итә, урыны менән сатлама һыуыҡтар булыу ихтималлығы көтөлә.
Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 10 декабрҙә һауа температураһы -9, -14 градусҡа түбәнәйгән.
Алдағы көндәрҙә урыны менән -22, -27 градус һыуыҡтар булыуы ихтимал.
Бик кәрәк булмаһа, алыҫ юлға йөрөүҙе кисектереп торорға кәңәш ителә. Миҙгелгә ярашлы кейенегеҙ!