4 декабрҙән 7-һенә тиклем Ҡазанда билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты үтте. Волга буйы спорт академияһы базаһында уҙған ярыштарҙа илдең 31 төбәгенән 150 спортсмен ҡатнашты.
10 төрлө ауырлыҡ категорияһы буйынса чемпион исеменә лайыҡ булыусылар 2021 йылда үтәсәк ил чемпионатында Рәсәй данын яҡлаясаҡ.
Шәхси иҫәптә райондашыбыҙ Рәмил Ғәлимов икенсе урынды яуланы.
Команда иҫәбе буйынса Татарстан Республикаһы еңеү яуланы, Башҡортостан көрәшселәре -икенсе, Төмән өлкәһе – өсөнсө урында.
Чемпионаттың тантаналы өлөшөндә Рәсәй көрәш федерацияһы президенты Йәүҙәт Миңлеәхмәтов, Рәсәй спорт министры урынбаҫары Азат Ҡадиров, Рәсәй көрәш федерацияһы вице-президенты Игорь Николенко һәм Олимпия уйындарының бронза призеры Марид Моталимов ҡатнашты.
Сығанаҡ: https://vk.com/club176532996