Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 20:29

«Үлемһеҙ йырҙар» фестивалендә ҡатнашығыҙ!

Башҡорт теле көнөнә бағышланған «Үлемһеҙ йырҙар»онлайн-фестивале дауам итә.

Башҡорт теле көнөнә бағышланған «Үлемһеҙ йырҙар»онлайн-фестивале дауам итә. Оҙон башҡорт көйҙәрен башҡарыусылар өсөн ойошторолған сара 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә тамамланасаҡ.
Аңлауығыҙса, ҡатнашыу өсөн оҙон халыҡ йырын башҡарғанығыҙҙы видеоға төшөрөп, роликты #үлемһеҙйырҙар2020 хэштегы менән социаль селтәрҙәргә һалырға. Видеояҙма 3 минуттан артырға тейеш түгел.
Фестивалдә 16 йәштән 65 йәшкә тиклем һәүәҫкәрҙәр ҡатнаша ала.
Республика халыҡ ижады үҙәе бөтә теләүселәрҙе онлайн-фестиваленә ҡушылырға саҡыра! Беҙҙең @rcnt_rb (инстаграм), Вконтакте (Бәйләнештә) аккаунтарыбыҙҙы билдәләп үтергә онотмағыҙ.
Белешмәләр 8(347)289-65-50 телефоны аша.
@kulturarb
@minkultury_rb
#үлемһеҙйырҙар2020 #башҡорттеле #минбашҡортсаһөйләшәм #минйырлайым #РЦНТРБ #МКРБ #ялюблюбашкирский #яговорюнабашкирском
(Башҡортостан Республикаһы Халыҡ ижады үҙәге сайтынан).
Әҙерләне: Р.БАРДЫБАЕВА.
Читайте нас: