Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 19:38

Катокка – яҡшы кәйеф артынан

“Урал” спорт һәм ял паркы күптәрҙең яратып йөрөгән урыны.

Ҡыш төрлө уйындар,спорт менән шөғөлләнеү өсөн үҙенсәлекле миҙгел. Кемдер скандинавия таяҡтары менән йөрөргә, кемдер конькиҙа, саңғыла елергә ярата. Былар барыһы ла кәйефте күтәрә,сәләмәтлекте нығыта.
Талбазылағы “Урал” спорт һәм ял паркы ошондай төр ял һәм спорт өсөн бик тә ҡулайлы. Бында көндөҙ, ял көндәрендә бала-саға, кистәрен йәштәр күңелле һәм файҙа менән ваҡыт үткәрә. Конькиҙа шыуалар, хоккей уйнайҙар.
Профессионалдар ҙа килә. Уларға ҡарап, йәштәр уйын ҡағиҙәләрен үҙләштерә, нисек боҙ майҙансығы эшләргә өйрәнә.
Ата-әсәләр ярҙамы менән тирә-яҡтағы ҡар таҙартылып тора. Тик шөғөллән генә!
Ауырғазы район хакимиәте сайты материалы буйынса.
Читайте нас: