Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2020, 00:20

93 предприятие хеҙмәт етештереүсәнлеген арттыра

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектына Башҡортостандан 93 предприятие ҡушылды. Был күрһәткес 2020 йылға федераль үҙәк тарафынан билдәләнгән күрһәткескә ҡарата 121 процент тәшкил итә.

Декабрҙә тағы ла өс компания – “Корунд”, “Эш кейемдәре комбинаты”, “Висма” йәмғиәттәре менән килешеү төҙөлгән.
Ошо милли проект нигеҙендә предприятиеларҙың 1388 хеҙмәткәре (планға ҡарата 168%) һаҡсыл етештереү, маҡсаттарҙы декомпозициялау, етештереү ғәмәлдәрен ҡулайлаштырыу йәһәтенән белемен камиллаштырған.
Быйыл милли проектта ҡатнашҡандарға ойошмалар табышына һалым буйынса инвестиция һалым ҡайтармаһы бирелә. Хәҙер компаниялар табышҡа һалым күләмен инвестицияны тормошҡа ашырыуға сығымдың 50 процентына кәметә ала.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: economy.bashkortostan.ru
“Башҡортостан” гәзите материалы буйынса.
Читайте нас: