Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 12:00

СИЛӘБЕЛӘ ХАРИС ЙОСОПОВҠА ҺӘЙКӘЛ АСЫЛДЫ

Данлыҡлы яҡташыбыҙ, Көньяҡ Урал төбәгендә дзюдо көрәшенә нигеҙ һалыусы тренер Харис Монасип улы Йосоповҡа Силәбелә һәйкәл асылды

Бюст ҡалалағы Дзюдо буйынса олимпиадаға әҙерлек үҙәге алдында урынлаштырылды. Асыу тантанаһында спорт ветерандары һәм Харис Йосоповтың ғаилә ағзалары һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.
Харис Йосопов Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуып үҫкән. 1958 йылда Силәбе педагогия институтын тамамлай һәм тренерлыҡ эшен башлай, Дзюдо мәктәбен ойоштора.
Ун ете йыл ул дзюдо буйынса йыйылма команда менән эшләй, уның тәрбиәләнеүселәре араһында Олимпиада призеры, ике донъя, 14 Европа чемпионы, 250-нән артыҡ спорт мастеры бар.
Харис Йосопов ил һәм халыҡ-ара кимәлдәге байтаҡ ярыштарҙа судья вазифаһын да башҡара. Милли, ирекле, классик көрәштәр буйынса Рәсәй чемпионы исемдәрен яулай. 1993 йылдан алып Силәбелә йыл һайын Харис Йосопов призына (2009 йылдан алып — иҫтәлегенә) дзюдо буйынса асыҡ Бөтә Рәсәй турниры ойошторола, тыуған ауылы Арҡауылда милли көрәш буйынса ярыштар уҙғарыла.
https://kurultai.ru/ba/ сайтынан алынды.
Читайте нас: