Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 13:00

Ауыл йәмле мәктәп менән!

«Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы, быйыл Усман ауылындағы мәктәп бинаһы ҡыйығы заманса материалдар менән төҙөкләндереп ябылды.

«Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы, быйыл Усман ауылындағы мәктәп бинаһы ҡыйығы заманса материалдар менән төҙөкләндереп ябылды. Бынан тыш тәҙрәләр, ишектәр евро стиленә алмаштырылды.
1996 йылда төҙөлгән мәктәпкә әлеге көнгәсә бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелгәне булманы. Был мөһим эштәргә ауыл халҡынан, фермер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар тарафынан – 200 мең аҡса йыйылды. Ситтә йәшәүсе ауылдаштарыбыҙ, ут күршебеҙ «Урал» ауыл хужалығы йәмғиәте лә үҙ өлөшөн индерҙе. Айырыуса, фермерҙар И.Ҡотлоюлов, Н.Килдин, И.Ибраҡов, Р.Заһитовтарҙың ярҙамы һиҙелерлек булды.
Район хакимиәте 150 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам итте.
Әлеге көндә төҙөкләндерелгән мәктәп бинаһында балалар баҡсаһы, башланғыс мәктәп эшләй.
Төрөмбәт ауыл биләмәһе етәксеһе Юлай Ҡотлоюлов хәстәрлеге менән балалар өсөн уйын майҙансығы яһалды.
Ошо ҙур эштәрҙе атҡарып сығыуҙа ярҙам иткән төҙөүселәр бригадаларына, Ауырғазы районы хакимиәте башлығы З. Иҙрисовҡа, Мәғариф бүлеге етәксеһе Р. Ғиләжетдиновҡа, Төрөмбәт ауыл биләмәһе етәксеһе Юлай Ҡотлоюловҡа, ауылдаштарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
М.Биканасова, Усман ауылы.
Читайте нас: