Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 14:30

Боҙлауыҡлы юлда машиналар бәрелешә

Был хәл Белорет ҡалаһында булған

Белоретта ҡар менән ҡапланған боҙлауыҡлы юл участкаһында бер юлы тиҫтәгә яҡын машина бәрелешкән, тип хәбәр итә NewsBash. Был ваҡиға завод һәм быуа эргәһендә теркәлгән.
Үткән көндә Белоретта ҡар күп кенә яуа, көндәрҙең ҡапыл һыуытыуына бәйле еүеш ҡар юлдарҙа боҙ ҡатламы барлыҡҡа килтергән.
Башҡортостан гидрометеорология үҙәге юлдарҙа боҙлауыҡ булыу мөмкинлеге тураһында иҫкәртһә лә, водителдәр автомобиль тәгәрмәстәрен ҡышҡыһына алмаштырып өлгөрмәгәндәрҙер, күрәһең.
Видеояҙмаларҙан күренеүенсә, юлдарҙа ныҡ тайғаҡ, кешеләр ҙә йығыла, бәлә-ҡазаға тарымаҫ өсөн бик иғтибарлы йөрөү талап ителә.
Төндә һауа температураһы минус 5 градусҡа тиклем төшкән, ҡайһы бер райондарҙа минус 10 градусҡа тиклем һалҡынайтҡан. Иртәгә лә көн йылытмаясаҡ, урыны менән ҡар яуасаҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә.
Фото: видеоларҙан скриншот
Видеояҙмалар ваҡиға шаһиттарыныҡы.
Читайте нас: