Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь 2020, 02:25

Башҡортостанда йәмәғәт транспортында битлек кейеү режимының үтәлешен тикшереү бара

14 октябрҙә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре, Башҡортостан Республикаһы буйынса ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү, Эске эштәр министрлығы идаралығы һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Өфөлә үткәргән сираттағы рейд тикшереүҙәре үткәрҙе.

Улар йәмәғәт транспортында пассажирҙарҙың Башҡортостан Республикаһы башлығының коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле юғары әҙерлек режимы индереү тураһындағы ҡарары талаптарының үтәлеү-үтәлмәүен тикшерҙе.
Билдәләп үтергә кәрәк, сентябрь уртаһынан транспортта битлек режимын үтәү буйынса контроль көсәйтелде. Был пассажирҙарҙы ла, , йәмәғәт транспортында эшләгән экипаж ағзаларын да һаҡлау өсөн кәрәк.
2020 йылдың 20 апреленән алып бөтәһе 247 тикшереү үткәрелгән, 101 юл комплексы объекты һәм 146 транспорт комплексы инспекция тикшереүе үткән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса асыҡланған 107 етешһеҙлек осрағына административ протокол төҙөлгән.
Октябрь башынан Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре хәүефле сир таралыуын киҫәтеү буйынса юғары әҙерлек режимы талаптарын үтәмәгән пассажирҙарға ла протокол төҙөй.
Битлек кейеү режимын боҙған өсөн водитель йәки пассажирҙарҙарға штраф янай: беренсе осраҡ өсөн граждандарға 1 мең һумдан 3 мең һумға тиклем һәм был хәл ҡабатланһа, 3 меңдән 5 мең һумға тиклем; вазифалы кешеләр өсөн тәүге тапҡыр 5 мең һумдан 15 мең һумға тиклем һәм ҡабаттан боҙоу өсөн 15-тән 30-ға тиклем; юридик шәхестәр өсөн беренсе тапҡыр - 50 мең һумдан 100 мең һумға тиклем, ҡабатланған осраҡта – 100 меңдән 200 мең һумға тиклем.
Йәмәғәт транспорты водителе пассажирҙарҙы ултыртҡан саҡта битлек режимын үтәү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. 30.03.1999 йылда ҡабул ителгән №52 федераль закондың 11-се статьяһына ярашлы, ташыу хеҙмәте күрһәтеүсе шәхси һаҡланыу саралары булмаған пассажирҙар булғанда хеҙмәт күрһәтмәй. Автобус маршрутында хәрәкәт итеү салондағы пассажирҙарҙың 100%-ында ла шәхси һаҡланыу саралары булғанда ғына рөхсәт ителә .
- Пассажирҙар менән профилактик әңгәмә үткәрәбеҙ, коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе шарттарында үтәлергә тейешле ҡағиҙәләр тураһында һөйләйбеҙ. Санитар режимды боҙоусыларға штраф рәүешендә административ яуаплылыҡ саралары ҡулланылыуы мөмкин. Пассажирҙар араһында яуаплылыҡ артыуы күҙәтелә, күбеһе шәхси һаҡланыу сараларын ҡуллана. Был йүнәлештәге эш дауам ителәсәк, - тип билдәләне Башҡортостан дәүләт транспортының автомобиль транспорты предприятиелары эшмәкәрлеген координациялау бүлеге начальнигы Рөстәм Ғәлиев.
Битлек режимынан тыш, ҡала транспорты салонын дезинфекциялау сифаты һәм тейешле саралар булыуы тикшерелде.
Фото: alga-rb.rbsmi.ru
Читайте нас: