Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шаймортаов кластары булдырылды. Был өс мәктәптә легендар комдивҡа арналған кабинет-музейҙар йыһазландырыласаҡ. Шайморатсылар класында уҡыусылар өсөн берҙәм мәктәп формаһын әҙерләү планлаштырыла, уҡыусылар ҡаҙаныштары өсөн «Йәш шайморатсы» билдәһе менән бүләкләнәсәк.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп, уларҙың тормошонда мөһим осор асыла, тине.
«Һеҙ Рәсәй Федерацияһы геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов класында уҡыясаҡһығыҙ. Шулай итеп беҙ халыҡ геройының иҫтәлеген мәңгеләштерәбеҙ. Һеҙҙә ғәҙәти булмаған дәрестәр: һыбай йөрөү, йәйәнән атыу, йөҙөү, башланғыс хәрби әҙерлек индерелә. Был һеҙҙең физик көстө, характерҙы, иң элек һеҙҙең рухты нығытырға ярҙам итәсәк. Бөтә Башҡортостан халҡы легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исемен биреү тураһында ҡарарҙы һуғыштан һуңғы 75 йыл буйына көттө. Рәсәй президенты беҙҙе ишетте, ысынлап та тарихи дөрөҫлөк тергеҙелде. Владимир Владимирович Путин ошо йылдың 30 мартында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Геройы исемен биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. 9 майҙа Геройҙың Алтын йондоҙо республиканың Милли музейы фондына һаҡлауға тапшырылды.
Беҙ барыбыҙ ҙа милли батырыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ул беҙҙең өсөн үҙ тыуған ерҙе сикһеҙ яратыу һәм ҡәҙерләп һаҡлау миҫалы булып тора.
Ҡәҙерле балалар, һеҙ беҙҙең мәктәп уҡыусылары араһында беренсе йәш шайморатсылар һәм был бик яуаплы һәм почетлы. Һеҙҙең алда легендар комдив иҫтәлегенә лайыҡлы булыу яуаплылығы тора, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың һәм Рәсәйҙең ысын патриоты булығыҙ. Мин ышанам, һеҙ шайморатсылар символикаһы менән форманы намыҫлы һәм ғорурлыҡ менән йөрөтөрһөгөҙ. Комдивтың «Салауат вариҫтары сигенеү белмәй» тигән девизына тоғро булығыҙ, эштәрегеҙ менән иҫбатлағыҙ, һынау һәм ауырлыҡтан ҡурҡмайынса ҡыйыу үҙ маҡсатығыҙға барығыҙ. Мин һеҙҙе был мөһим ваҡиға менән ҡотлайым һәм һеҙгә ысын күңелдән ҙур бейеклектәргә өлгәшеүегеҙҙе теләйем. Беҙҙе үҙегеҙҙең уңыштарығыҙ менән ҡыуандырып тороғоҙ», — тине Радий Хәбиров.
Рәсәй эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең Өфөләге 29-сы махсус тәғәйенләнеш отряды исеменән командир урынбаҫар Ирек Ғәниев бөйөк Петр указына ярашлы булдырылған кадет кластарының 300 йыл дауамында уникаль белгестәр әҙерләүен билдәләп үтте. Ул балаларға кадеттар традицияларына тоғро булыуҙарын, яҡшы уҡыуҙарын теләне.
Йәш шайморатсыларҙы Шайморатов ордены кавалеры, 29-сы махсус тәғәйенләнештәге Өфө отрядының беренсе взводы бүлексәһенән Вадим Сафин балаларҙы ҡыҙыҡлы һәм мөһим тормош юлы көтөүен әйтте, уларҙың хәҙерге яугирҙарға лайыҡлы алмаш булып үҫеүен теләне.
Йәш шайморатсылар легендар комдив исемен намыҫ менән йөрөтөргә, Рәсәй һәм Башҡортостанға тоғро, тыуған иле өсөн һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә лайыҡлы, илебеҙҙең тоғро ул һәм ҡыҙҙары булып яҡшы белем алырға тантаналы ант бирҙе. «Салауат вариҫтары сигенеүҙе белмәй» тигән девизға ярашлы йәшәргә һүҙ бирҙеләр.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан.