Быйыл «Беренсе Республика» («Первая Республика») тулы метражлы нәфис фильмы өсөн кинорежиссер Булат Йосопов, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Саламатова Гөлсәсәк; Гүзәл Яхинаның романы буйынса әҙерләнгән «Зөләйха күҙҙәрен аса» («Зулейха открывает глаза») һәм Мәжит Ғафуриҙың повесы буйынса «Ҡара йөҙҙәр» («Черноликие») спектаклдәре өсөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Әбүшахманов һәм театрҙың баш рәссамы Альберт Нестеров; «Тыуған ил образы – традициялар һәм рухилыҡ» тип аталған ижади циклы өсөн рәссам Хатип Фазылов лауреаттар булды.
Булат Йосопов башҡорт кинематографы ветерандарына «Башҡортостан» киностудияһын булдырыуҙағы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе, бөтә кинематографистар өсөн дә был бүләкләү уртаҡ, тине.
«Тулы метражлы фильм төшөрөү өсөн бөгөн беҙҙең бөтә шарттар бар, камера, яҡтылыҡ, был ваҡыт эсендә республиканың йәш кинематографистар быуыны үҫеп етте. Беҙҙең фильмдар фестивалдәрҙә лайыҡлы бүләкләнә. Мин, әлбиттә, был фильмды юғары баһалауҙары һәм дәүләт премияһын тапшырыуҙары менән ғорурланам. Минең пландарымда – беҙҙең күренекле башҡорт шағиры Рәми Ғарипов тураһында фильм төшөрөү. Беҙгә республика ярҙам итер һәм был фильм киң экрандарға мотлаҡ сығыр, тип ышанам», — тип үҙенең тәьҫораттары һәм пландары менән уртаҡлаша Булат Йосопов «Башинформ» агентлығына.
Республика башлығы «Беренсе Республика» фильмын ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡарағанын билдәләп үтте һәм башҡаларға ла уны ҡарарға кәңәш итте.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалдары буйынса.