Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2020, 13:10

«ДДТ» төркөмө Өфөлә сығыш яһаясаҡ

11 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантаналар үтәсәк

11 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантаналар үтәсәк. Байрамдың төп майҙансығы итеп «Торатау» Конгресс-холының амфитеатры һайланған. Бында ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн милли сәхнә йондоҙҙары, саҡырылған артистар ҡатнашлығындағы ҙур концерт уҙасаҡ.
Был кисәлә амфитеатр башҡорт мәҙәниәтенең «Урал батыр уты» төбәк-ара асыҡ марафонын ҡабул итә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: марафон сиктәрендә концерттар республиканың бөтә райондары һәм ҡалаларында ла буласаҡ.
«Zainetdin» шоу-проекты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Elvin Grey, Thomas Mraz, «Премьер» һәм «Lumen» төркөмдәре сығыштары көтөлә.
Байрам концерты хедлайнерҙары – Башҡортостандың халыҡ артисы Юрий Шевчук етәкселегендәге «ДДТ» төркөмө.
Был көндө тамашасылар шулай уҡ Башҡортостан дәүләт академия хоры капеллаһы һәм Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары менән бергә «Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны» флешмобында ҡатнаша аласаҡ.
Ойоштороусылар тамашасыларҙан битлек режимын үтәүҙе һорай.
Сара 18:00 сәғәттә башлана.
https://www.bashinform.ru
Читайте нас: