Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2020, 14:10

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт теленә арналған подкасттар шәлкемен башлай

Башҡорт теле диалектттарға бик бай, үҙенсәлекле. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Юлдаш радиоһы менән берлектә башлаған яңы проекттың маҡсаты—башҡорт теленең диалекттары тураһында бәйән итеү, халыҡсан тел менән диалект үҙенсәлектәре тураһында һөйләү

Әгәр башҡорт телен аҫыл таш менән сағыштырһаң, әҙәби тел—ул таштың бер генә ҡыры. Ул ҡыр үтә сифатлы итеп йышылған булһа ла, таштың тотош матурлығын күрер өсөн, уның бөтә ҡырҙарын да иғтибарға алыу зарур.
Башҡорт теле диалектттарға бик бай, үҙенсәлекле. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Юлдаш радиоһы менән берлектә башлаған яңы проекттың маҡсаты—башҡорт теленең диалекттары тураһында бәйән итеү, халыҡсан тел менән диалект үҙенсәлектәре тураһында һөйләү. Бының өсөн йәнле әңгәмәләр форматындағы видеоподкасттар әҙерләнә. Уларҙа урындағы һөйләш вәкилдәре һәм филология фәне белгестәре ҡатнаша. Бер өҫтәл артына ултырып, улар теге йәки был урындағы һөйләштең үҙенсәлектәрен барлай.
Беренсе сығарылыш Саҡмағош районында йәшәгән башҡорттарҙың һөйләшенә арналған. Һөйләшеүҙә филология фәндәре докторы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина һәм йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Хәзиев ҡатнаша.
Сығанағы:
ҡоролтай / kurultai / ВКБ
Читайте нас: