Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 14:50

Балыҡлыкүл мәҙәниәт йортонда – яңы тәҙрәләр

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса ауылдың мәҙәниәт йортонда яңы тәҙрәләр ҡуйылды

8 август көндө Балыҡлыкүл мәҙәниәт йортонда иҫке тәҙрәләрҙе алыштыра башланылар. Ағас рамлылар урынына оҙайлы хеҙмәт итеүсе тәҙрә комплекттары ҡуйыла. Был ремонт эштәре Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ярашлы башҡарыла.
Был эште урындағы бюджет иҫәбенә генә башҡарып сығыу мөмкин түгел. Шуға күрә мәҙәниәт йортонда тәҙрәләрҙе яңыртыуҙы бергәләшеп башҡарып сығарыуҙы ауыл халҡы хуплап сыҡты.
Хәҙер инде ауылдың мәҙәниәт усағында яңы тәҙрәләр балҡып торор, быға тиклем дә гөрләп саралар үтеп торған йортта тағы ла күркәмерәк булыр.
Ауырғазы районы хакимиәте сайтының мәғлүмәттәре буйынса.
Читайте нас: