Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2020, 14:05

Экологик өмә буласаҡ

Ауырғазы районында көҙгө «Йәшел Рәсәй» экологик өмәһе ойоштороласаҡ.

Ошо исем аҫтында сентябрҙә Бөтә Рәсәй экологик өмәһе ойоштороласаҡ. Унда 85 төбәктең ҡатнашыуы көтөлә. Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ағастар ултыртыласаҡ.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы районда 19 сентябрҙә үтәсәк.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Тәлғәт Сафин әйтеүенсә, ошо көндәрҙә ауыл хакимиәттәре менән бергә ҡайҙа ниндәй ағастар ултыртыу кәрәклеген билдәләйәсәктәр. Тематик аллеяла булдырыласаҡ. Тейешле инвентарь һәм үҫентеләр менән Стәрлетамаҡ урман хужалығы тәьмин итәсәк.
Үткән йылда районда «Йәшел Башҡортостан» акцияһына дәррәү ҡушылдылар.
Битараф булмаған кешеләр әле лә ситтә ҡалмаҫ, тип ышаныс белдерә Тәлғәт Миҙхәт улы.
Читайте нас: