Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 00:50

Медицина хеҙмәткәрҙәре хөрмәтенә - Еңеү Аллеяһы

Ауырғазы үҙәк район дауаханаһы хакимиәте башланғысы менән терапия корпусы алдында Еңеү Аллеяһы булдырылды

Ауырғазы үҙәк район дауаханаһы хакимиәте башланғысы менән терапия корпусы алдында Еңеү Аллеяһы булдырылды. Хәтер һәм дан ташы 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 10 медицина хеҙмәткәре хөрмәтенә арнала.
Был Еңеүгә өлөш индергән, һуғыштан һуң район һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәт һалған һәр кемде данлай.
Һәр медицина хеҙмәткәре исеме артында - үҙенсәлекле яҙмыш, уларҙың исеме Ауырғазы районы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе тарихына мәңгелеккә яҙылған.
Талбазы үҙәк район дауаханаһы хакимиәте Талбазы ауылының төҙөлөш ойошмалары етәкселәре Игорь Альбертович Ивановҡа һәм Рим Рил улы Бикмәтовҡа был эште башҡарыуҙары өсөн оло рәхмәтен еткерә.
Талбазы үҙәк район дауаханаһы сайты материалдары ҡулланылды.
Читайте нас: