Сара «Сауҙа вәкиле менән сәғәт» проекты сиктәрендә үткәрелде. Шулай уҡ кәңәшмәлә сауҙа вәкиле урынбаҫары Александр Щеголев, Башҡортостан Экспортҡа ярҙам үҙәге директоры Илдус Хәлитов һәм 18 предприятие етәкселәре ҡатнашты.
Предприятие етәкселәре Һиндостан баҙарына сығыуҙың төп үҙенсәлектәре, тендерҙарҙа һәм дәүләт һатып алыуҙарында ҡатнашыу мөмкинлектәре, уртаҡ предприятиелар һәм вәкиллектәр асыу тураһында презентация тыңланы. Унда шулай уҡ ағас материалы, нефть эшкәртеү өсөн ҡорамалдар, газ тармағы өсөн хеҙмәт күрһәтеү, һыу таҙартыу ҡорамалдары, ауыл хужалығы тауарҙарын эшкәртеү өсөн ҡорамалдар, медицина ҡорамалдары, химия сәнәғәте, ашлама, үҫемлек майы һәм ҡуҙаҡлы культуралар кеүек Рәсәй экспортының өҫтөнлөклө йүнәлештәре тураһында әйтелде.
Башҡортостан предприятиелары үҙҙәренең продукцияһы менән таныштырҙы һәм етештерелгән продукция һәм күрһәтелгән хеҙмәтттәр буйынса оператив режимда тәҡдимдәр алдылар. Компаниялар ағас эшкәртеү, нефть-газ ҡорамалдары, ауыл хужалығы продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте секторының етештереү мөмкинлектәрен асты. "Аҡыллы йорт", "Аҡыллы домофон" һәм "Телеметрия", корпоратив секторға хеҙмәт күрһәтеү: системалы интеграция, һанлы элемтә каналы, ИТ-аутсорсинг һәм башҡалар тураһында һөйләштеләр.
Александр Рыбас Башҡортостандың Һиндостан баҙарында ҙур потенциалға эйә булыуы һәм алдынғы төбәктәрҙең береһе булып тороуын билдәләне.
Һиндостандың заказ биреүсе булырлыҡ эре компаниялары тураһында мәғлүмәттәр кәрәклеге тураһында әйтелде. Александр Щеголев пандемиянан һуң Һиндостанға килергә, күсмә бизнес-миссияларҙа, тармаҡ күргәҙмәләрендә ҡатнашырға тәҡдим итте. Унда сауҙа вәкиллеге оҙатып йөрөүҙе ойошторорға һәм партнерҙар эҙләүҙә ярҙам күрһәтергә әҙерлеген белдерҙе.
Сауҙа вәкиллеге төбәк предприятиеларына Һиндостан баҙарына сығыуға, һәр компанияға партнерҙар табыуға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер.
Беренсе сиратта видеоконференцияла ҡатнашҡан предприятиеларға булышлыҡ итәсәктәр.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса Дәүләт комитеты.
#нацпроектыБашкортостан, #НацМеждународная кооперацияиэкспорт#национальныепроекты, #нацпроекты, #региональныепроекты