Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 12:30

1 сентябрҙә көн йылы булырмы?

Башҡортостанда йылы көндәр булмай тип әйтһәләр ҙә, Хоҙайға шөкөр, августың уртаһынан тиерлек йылы, матур көндәр шатландырҙы

Бындай һауа торошо 1 сентябрҙә лә һаҡланасаҡ.
Был көндә республикала яуым-төшөмһөҙ һауа торошо көтөлә, тип вәғәҙә итә синоптиктар. Көндөҙгө һауа температураһы +26-28 градус, төнөн +14-16 градус тәшкил итәсәк.
3 сентябрҙән көндәр һалҡыная, төнөн һауа температураһы +4-6 градусҡаса төшәсәк, көндөҙ +15-17 градустан артмай, көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш райондарҙа +20-ҡа тиклем. Шулай ҙа аҙна дауамында оҙайлы яуым-төшөм көтөлмәй. Бары тик йома (4 сентябрь) һәм шәмбелә (5 сентябрь) урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ.
Аҙна аҙағында таулы райондарҙа төндәрен һауа температураһы +2 градус тәшкил итеп, ҡырау төшөү ҡурҡынысы барлыҡҡа киләсәк, тип иҫкәртә синоптиктар.
“Башҡортостан” гәзите материалы ҡулланылды.
Фото: yandex.by
Читайте нас: