Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2020, 02:45

“Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы маршруттары

Башҡортостанда алты йүнәлеш буйынса үтәсәк Сәләмәтлек маршруты тәҡдим ителә.

Башҡортостанда алты йүнәлеш буйынса үтәсәк Сәләмәтлек маршруты тәҡдим ителә. “Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһына барышында республиканың бөтә райондары йәлеп ителәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был акцияла күсмә Һаулыҡ Үҙәге, ФАП-тар, флюорограф, маммограф, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының, Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре, Республика стоматология поликлиникаһы модуле ҡатнаша.
Ойошторолған бригадалар графикка ярашлы алты районда үҙ эшен башланы:
-Өфө маршруты – 24 августан 28 авгусҡа тиклем Архангел районында;
- Дыуан маршруты – 24 августан 7 сентябргә тиклем Салауат районында;
- Нефтекама маршруты – 24 августан 27 авгусҡа тиклем, Бөрө районы буйынса;
- Октябрьский маршруты – 24-28 августа, Бүздәк районы буйынса;
- Стәрлетамаҡ маршруты – 24-28 августа Ауырғазы районында;
- Белорет маршруты - 24 августан 1 сентябргә тиклем Белорет районында.
Республика стоматология поликлиникаһы табиптарының күсмә бригадаһы августа Кушнаренко һәм Хәйбулла райондары территорияһында эшләй.
#нацпроектыБашкортостан, #НацПроектЗдравоохранение #НацПроектЗдравоохранение02, #национальныепроект, #нацпроект, #региональныепроект
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: