Рух
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2020, 03:35

Башҡортостан экспортының яртыһынан ашыуы сеймал һәм энергетик булмаған экспортҡа тура килә

2020 йылдың беренсе ярты йыллығында Башҡортостан Республикаһының сеймал һәм энергетик булмаған экспорты күләме 912,8 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән

2020 йылдың беренсе ярты йыллығында Башҡортостан Республикаһының сеймал һәм энергетик булмаған экспорты күләме 912,8 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән. «Рәсәй экспорты үҙәге» аналитик мәғлүмәт порталы ошондай яңыртылған мәғлүмәт килтерә.
Дөйөм күләмдең 60% тиерлек сеймал һәм энергетик булмаған экспортҡа тура килә. Рәсәй Федерацияһында ул 43,1 %, Волга буйы федераль округында – 58,1 % тәшкил итеүен дә билдәләп үтергә кәрәк
Төп үҫеште ауыл хужалығы тауарҙары бирә - көнбағыш майы, шәкәр, арпа. Шулай уҡ химия сәнәғәте продукцияһы экспорты артты: поливинилхлорид, шымартылған быяла һәм фенол.
2020 йылдың ғинуар-июнь айҙарында төбәктән оҙатылған тауарҙар исемлеге лә артты.
Тауарҙар нигеҙҙә Ҡытай, Ҡаҙағстан, Финляндия, Һиндостан, Белоруссияға оҙатылды. Үзбәкстан, Латвия, Төркмәнстан, Бельгия һәм Мексикаға экспорт артыуы күҙәтелә. Яңы партнерҙар араһында Гондурас, Уругвай, Эквадор, Шри-Ланка һәм Мьянма бар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектының төп маҡсаты булып сеймал һәм энергетик булмаған экспорт күләмен арттырыу тора.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты
#РеспубликаБашкортостан #нацпроектБашкортостан #национальныепроекты #Национальный проект #Международная кооперация и экспорт
Фото: thekharkivtimes.com
Читайте нас: