Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2020, 15:15

Башҡортостанда Бөтә донъя таҙалыҡ көнөнә әҙерлек башланды

2020 йылдың сентябренә «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй экологик өмәһен үткәреү планлаштырылған

2020 йылдың сентябренә «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй экологик өмәһен үткәреү планлаштырылған. Унда илдең 85 төбәге ҡатнашасаҡ. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған акция барышында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтар иҫтәлегенә ағастар ултыртыу планлаштырыла. Башҡортостанда акция 19 сентябрҙә үтәсәк.
- Был дата осраҡлы һайланмаған, тап 19 сентябрҙә бөтә донъяла «Бөтә донъя таҙалыҡ көнө», йәки #ЭШЛӘРБЕҘ2020 хэштэгы аҫтында сара ойошторола, унда республика инде өсөнсө йыл ҡатнаша. Йәмәғәт институттарын, бизнес, муниципаль берәмектәр, дәүләт органдарын, халыҡты бер командаға берләштереп, беҙ төбәгебеҙҙе таҙараҡ итәбеҙ, - тип һөйләй Экология министрлығының йыйылма-аналитик бүлеге начальнигы Ринат Фәтҡуллин. - Традиция буйынса Башҡортостан сараларҙа ҡатнашыу буйынса алдынғылар иҫәбендә. Йыл һайын 130 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Быйыл, пандемия менән бәйле, локаль өмәләр ойошторуға өҫтөнлөк бирәсәкбеҙ.
Бөтә донъя таҙалыҡ көнө - сүп-сар менән көрәшкә йүнәлтелгән социаль программа. Тәбиғәт территорияларын таҙартыуға баҫым яһала: урман, аҡландар, һыу ятҡылыҡтарының яр буйы, ҡайҙа мөмкинлек бар, шунда ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу ойоштороласаҡ. Бынан тыш, ҡатнашыусылар ҡалдыҡтарҙы йыйыу буйынса заманса системалар, айырым йыйыу һәм эшкәртеү тураһында мәғлүмәт биреү акцияһы үткәрәсәк, экологик йәшәү рәүешен пропагандалау менән мөрәжәғәт итәсәк.
Муниципаль берәмектәр хакимиәттәре башлыҡтарына сараға әҙерлек башларға тәҡдим ителде. Улар эре ағас ултыртыу өсөн биләмәләр, айырыуса тематик аллеялар урынын билдәләргә, етерлек күләмдә инвентарь, ултыртыу материалы менән тәьмин итергә, махсуслаштырылған техника йәлеп итеүҙе, мәғлүмәт менән тәьмин итеүҙе ойошторорға тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылда Бөтә донъя акцияһында республиканың 150 меңдән ашыу халҡы ҡатнашҡан. Төбәктең барлыҡ ҡала һәм райондарында ижтимағи ойошмалар, йәштәр хәрәкәте хакимиәте вәкилдәре, урындағы активистар һәм битараф булмаған башҡа кешеләрҙең уртаҡ тырышлығы менән өмәләр ойошторолған. Һөҙөмтәлә 24,7 мең куб.метр сүп-сар йыйылды.
Башҡортостан республикаһы тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы төбәктә йәшәүсе бөтә халыҡты экологик өмәлә ҡатнашырға саҡыра. Беҙҙең һәр беребеҙҙең тәбиғәтте һаҡлауға индергән өлөшө бик мөһим!
#СДЕЛАЕМ2020*
Читайте нас: