Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2020, 11:55

Яңы Ансат вертолеты үҙенең беренсе осошон яһаны

Ағымдағы йылдың 21 авгусында республика кимәлендәге стационарға Яңауыл үҙәк район дауаханаһынан пациент килтерелде

Ағымдағы йылдың 21 авгусында республика кимәлендәге стационарға Яңауыл үҙәк район дауаханаһынан пациент килтерелде. Ауырыу күп төрлө ауыр сирҙәр фонында ҡатмарлы бөйөр патологияһы менән ғазаплана.
Ансат вертолетын ҡулланып, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, 55 минутта, пациентҡа Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына килтереп еткерелде. Бында уғамахсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтеләсәк һәм уның артабанғы тикшереү үткәреләсәк.
Бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән тулыһынса йыһазландырылған яңы вертолетта махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн пациенттарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эвакуациялап була, осош барышында төрлө йүнәлештәге киҫкен хәлдәрҙә реанимация сараларының бөтә спектрын ҡулланып була. Был, һис шикһеҙ, махсуслаштырылған, шул иҫәптән юғары технологиялы медицина ярҙамы файҙаланыуҙы яҡшыртасаҡ.
Башҡортостанда санитар авиацияһы үҫеше «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла.
Санавиация үҫешенең төп маҡсаты - халыҡҡа беренсел һәм махсус медицина ярҙамын ашығыс күрһәтеү, был үлемде кәметеү сараларының береһе булып тора. Башҡортостанда Стратегияны тормошҡа ашырыу сиктәрендә Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалалары, Мәсәғүт һәм Асҡын ауылдары медицина ойошмаларынан алыҫ түгел урында һигеҙ вертолет майҙансығы сафҡа индерелә (килеп етеү 15 минуттан артыҡ ваҡытты алмай). Өфөлә эре медицина үҙәктәре эргәһендә үк тағы ла алты майҙансыҡ урынлашасаҡ.
2020-2024 йылдарҙа санитар авиация ярҙамында өҫтәмә 465-тән дә кәм булмаған осош яһаласаҡ.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
#нацпроектыБашкортостан, #НацПроектЗдравоохранение #НацПроектЗдравоохранение02, #национальныепроекты, #нацпроекты, #региональныепроекты
Читайте нас: