Рух
+3 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2020, 11:30

Башҡортостан стоматология хеҙмәте эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Республиканың стоматология хеҙмәте 11 поликлиника, 44 стоматология бүлеге, 313 кабинет, 95 күп профилле ойошманан тора

Республиканың стоматология хеҙмәте 11 поликлиника, 44 стоматология бүлеге, 313 кабинет, 95 күп профилле ойошманан тора.
Уларҙа 1383 табип-стоматолог, 344теш табибы эшләй. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, 2019 йылда табип-стоматологтарҙың дөйөм һаны 23 белгескә артты. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министлығының штаттан тыш баш стоматологы Рөстәм Дюмеев ошондай һандар килтерҙе.
Пандемия башланғанға тиклем Республика стоматология поликлиникаҙының белгестәренән торған бригада балалар һәм өлкәндәргә дауалау-профилактика ярҙамы күрһәтеү маҡсаты менән республика ауылдарына сыға ине. «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә күсмә стоматология кабинеты Ауырғазы районында тикшереү үткәргән. 192 пациент ҡабул ителгән, уларҙың 126-һы өлкәндәр, 66-һы - балалар. Мартта Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназияһы уҡыусыларына стоматология ярҙамы күрһәтеү ойошторолған.
Республика медицина ойошмаларының рәсми сайтында башҡорт, инглиз, ҡытай, ҡаҙаҡ телдәрендә «Медицина туризмы» тигән ҡушымта булдырылған.
Стоматология ҡорамалдарын яңыртыу, медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу маҡсаты менән республиканың медицина ойошмаларына дүрт һанлы ортопантомограф, бер радиовизиография аппараты, 54 – аутофлуоресцент стоматоскоп, 170 заманса стоматологик ҡорамал, компьютер томографы бирелде.
Ултырышта шулай уҡ балалар стоматология хеҙмәте, республиканың стоматология хеҙмәтенең профилактика хеҙмәте тураһында доклад тыңланды.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
#нацпроектыБашкортостан, #НацПроектЗдравоохранение #НацПроектЗдравоохранение02, #национальныепроекты, #нацпроекты, #региональныепроекты
Читайте нас: