Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2020, 14:10

Уҡыусыларға математика, информатика өлкәһендә грант биреләсәк

«Һанлы иҡтисад» милли проекты ярҙамында мәктәп уҡыусылары математика һәм информатика өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн аҡсалата 850 грант ала аласаҡ.

1 сентябрҙән 10 октябргә тиклем уҡыусылар математика, һанлы технологиялар һәм информатика өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн грант алыуға ғариза бирә ала. «Рәсәй һанлы иҡтисады» милли программаһы сиктәрендә 125 000 һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү Рәсәй мәғариф министрлығы тарафынан биреләсәк.
Грантҡа һалым һалынмай, ә уҡыусылар аҡсаны үҙе теләгәнсә тотона ала. 2020 йылда 850 уҡыусыға гранттар биреү ҡаралған. 2024 йылға грантты барлығы 33 000 уҡыусы аласаҡ.
Грантҡа 2018/19 уҡыу йылында математика, һанлы технологиялар һәм информатика буйынса профилле олимпиада һәм конкурс еңеүселәре һәм призерҙар фәнни-тикшеренеү эштәре өсөн призға эйә булған, патент йәки танытмалар алған мәктәп уҡыусылары дәғүә итә ала.
Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, төбәк һәм һәләттәрен күрһәткән балалар хаҡында дәүләт мәғлүмәт ресурсына индерелгән башҡа сараларҙа яулаған ҡаҙаныштар иҫәпкә алынасаҡ.
Грант алыуға ғаризалар өсөн талаптарҙың береһе – уҡыусы 18 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш, дәүләт мәғлүмәттәр ресурсында булырға тейеш. Грант алыуға ғариза «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша бирелә. Ыңғай ҡарар булғанда порталдағы шәхси кабинетҡа грант алыу өсөн килешеү ебәрелә. Грантты биреү һәм түләү Хөкүмәт биргән грант түләү ҡағиҙәләре Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан раҫланған (2019 йылдың 27 декабрендәге 1873-сө ҡарар).
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: postupi.online
Читайте нас: