Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 16:25

Мораҙымда Хәтер ташы асыласаҡ

22 августа, шәмбе көн, Мораҙым ауылында золом ҡорбандарына Хәтер Ташы асыу сараһы була

Ул 1921 йылда Мораҙым ауылда һис ғәйепһеҙгә язаланып үлтерелгән ауылдаштары хөрмәтенә ҡуйыла. Золом ҡорбандары: Миңлемырҙа Ғәйнетдин улы, Мораҙымдан (Сәйетмәмбәт улы, Смаҡтың быуыны. Әлеге яҡын нәҫелдәре Нәҙершиндәр, Ноғомановтар, Ильясовтар, Көҫәпҡоловтар); Янғол Мөхәмәт улы, Төрөмбәттән (Сәйетмәмбәт менән бер туған Ырыҫбай улы Төрөмбәттең быуыны. Хәҙерге нәҫелдәре - Төрөмбәттән Йосопов Зайнулланың ағай-энеһе, нәҫелдәре, балалары, Мораҙымдан Вәлитов (оло) Зәйнулланың ҡатыны Хәйербанаттан тыуған балалары, Фәйзуллина (Ҡунаҡҡолова) Йәмилә апайҙың балалары); Илья, Тәүерсәндән, (атаһының исеме һәм нәҫелдәре билдәһеҙ); Намаҙғол һәм Йосоп Моратшиндар, Мораҙымдан (Мораҙым ҡартатайҙың улы Байымдың балалары. Хәҙерге нәҫелдәре - Моратшиндар, Байымовтар, Яхиндар, Килдиндар, Ғәсҡәровтар)
Йыйылыу ваҡыты сәғәт 15.00.
Аръяҡта, Абулхәйер ағайҙың баҡса башы, Артмаҡ турылығы.
Төрөмбәт ауылынан да вәкилдәр килеүе көтөлә.
Фото: “Мораҙым” төркөмөнән (“Одноклассники”).
Читайте нас: