Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 21:00

Башҡортостандан Юлия Рибенчук «Ладога» йәштәр форумында грант яуланы

Форум 8 августан 15 авгусҡа тиклем Ленинград өлкәһендә үтте.

Ҡатнашыусылар 8 белем биреү төркөмөндә эшләне: йәштәр берләшмәләре лидерҙары, блогерҙар, йәш эшҡыуарҙар, социаль әүҙемлек, Еңеү волонтерҙары, рух киңлеге, digital- джедай һәм профсоюздар.
Юлия Рибенчук «Йәштәр берләшмәләре лидерҙары» төркөмөндә ҡатнашты, форумдың гранттар конкурсында еңеүсе булды. «Я рядом» ижади оҫтаханаһы проектын тормошҡа ашырыуға МТС компанияһынан ярҙам һәм 320 000 һум алыуға иреште.
Проект тураһында:
Проект ауыр тормош шарттарында һәм социаль хәүефле хәлдә йәшәгән ғаиләләрҙәге балаларға, социаль хәүефле хәлдә ҡалған, ата-әсәләр менән мөнәсәббәттәре боҙолоп, Өфөнөң «Үҫмер» социаль ҡунаҡханаһында йәшәүсе балиғ булмаған балаларҙың төрлө яҡлап талантын үҫтереүгә, ижади үҫешенә, социаль тормошҡа яраҡлашыуына булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.
Мәҫәлән, социаль ҡунаҡханала булған осорҙа балалар бер төрлөлөктән арый, кешеләр менән аралашыу етмәй, улар үҙ-үҙенә бикләнә.
«Мин эргәңдә» проектын тормошҡа ашырыу балаларҙың ирекмәндәр ярҙамында оҫталыҡ дәрестәрендә файҙалы мәғлүмәт алыу, мәғариф, фән, сәнғәт өлкәһендә белемен арттырырға мөмкинлеге тыуасаҡ.
Рибенчук Юлия М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының Волонтерҙар үҙәге етәксеһе урынбаҫары, «Йәштәр инициативаһы ғәмәлдә» ҡала йәштәр проекты офисында етәксе.
2020 йылдың мартынан «Еңеү волонтерҙары» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте башҡарма комитетының Өфө ҡалаһы ҡала округының урындағы бүлексәһе етәксеһе.
2020 йылдың апрелендә Башҡортостан буйынса стратегик башланғыстар агентствоһының төбәк эксперттары составына инә.
Ирекмәндәр хәрәкәтендә 7 йылдан ашыу.
«Рәсәй ирекмәне-2018»Бөтә Рәсәй конкурсының Акселерация программаһында ҡатнаша, «Рәсәй ирекмәне-2018» Бөтә Рәсәй конкурсында төбәк этабында номинацияға лайыҡ була.
«Волонтер-2018» ҡала конкурсында «Өфөнөң иң яҡшы ирекмәне» номинацияһында финалға сыға.
Ирекмән йылы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың иң яҡшы ирекмәне исемен ала.
2019 йылдың «ART Таврида» Бөтә Рәсәй йәштәр форумы һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре фестивалендә 4-се «Тим-лидерҙар» сменаһында ҡатнаша.
«Таврида-АРТ» Бөтә Рәсәй ижади берләшмәләр фестиваленең Грант конкурсында еңеүсе. Проект етәксеһе.
Читайте нас: