Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 20:20

Ташҡа биҙәк төшөрөүселәр беренсе тапҡыр көс һынашасаҡ

Республикала беренсе тапҡыр ташҡа биҙәк төшөрөүселәр араһында ярыш ойошторола.

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда тәүге тапҡыр ташҡа биҙәк төшөрөүселәр араһында конкурс ойоштороласаҡ.
Ғаризалар Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡтың Халыҡ кәсептәре, һөнәрселек, ауыл һәм экологик туризм үҙәгендә ҡабул ителә.
Сара ташҡа биҙәк төшөрөүселәр сәнғәтенең үҫешенә булышлыҡ итеү һәм уны популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә.
Конкурс ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектына ярашлы үткәреләсәк.
Ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр - ташҡа биҙәк төшөрөүселәр - был сарала үҙен һынап ҡарай ала. “Классик һәм заманса ташҡа биҙәк төшөрөү сәнғәте”, “Ташҡа биҙәк төшөрөүҙә яңылыҡтар”, “Сувенирҙар”, “Интерьер һәм көнкүреш өсөн кәрәк-яраҡтар” һәм “Йәш ташҡа биҙәк төшөрөүсе” номинациялары биреләсәк . Ғаризалар 14 сентябргә тиклем ҡабул ителә.
Республика матбуғаты материалы файҙаланылды.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: