Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Август 2020, 13:00

Республикала ҡалалар төҙөкләндерелә

«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектына ярашлы, бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан 3 проект тормошҡа ашырыла.

Республиканың өс ҡалаһы Бәләкәй һәм тарихи ҡалаларҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды. Улар - Бөрө, Бәләбәй һәм Ишембай.
1 августа Республика Йортонда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров онлайн-режимда сираттағы «Йәмғиәт арауығы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте» үткәрҙе. Тематик кәңәшмәлә тәбиғи парктарҙы үҫтереү перспективалары һәм ҡалаларҙа төҙөкләндереү проекттарын ғәмәлгә ашырыу буйынса фекер алыштылар.
***
2019 йылда үткән конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе булған Бөрө, Бәләбәй һәм Ишембай ҡалалары федераль һәм республика бюджеттарынан ҡала территорияларын үҙгәртеп ҡороу, тарихи һәм мәҙәни ландшафтты һаҡлап заманса архитектура булдырыу өсөн дөйөм алғанда 580 миллион һум алды.
План буйынса, был ҡалаларҙағы яңыртылған майҙансыҡтар йыл һайын үткәрелгән ҙур саралар үткәреү урыны булып торасаҡ, Башҡортостандан һәм бөтә башҡа төбәктәрҙән туристарҙы һәм ҡунаҡтарҙы менән йәлеп итәсәк. Мәҫәлән, Бәләбәйҙә әҙәби фестиваль, Ишембайҙа – ижади индустриялар фестивале, ә Бөрөлә «Балтанан бутҡа» гастрономия фестивале үткәреләсәк.
Радий Хәбиров, Бөрө, Бәләбәй һәм Ишембай ҡалаларын төҙөкләндереү өсөн бүленгән бөтә федераль саралар конкурс шарттары буйынса 1 сентябргә тиклем үҙләштерелергә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Ваҡыт аҙ, эштәрҙе тәүлек әйләнәһенә ойоштороғоҙ, – тине ул. – Республика яңы федераль конкурсҡа заявка әҙерләй, шуға күрә тормошҡа ашырыла башлаған проекттар буйынса бер ниндәй ҙә тайпылыш булырға тейеш түгел,.
Тулыраҡ мәғлүмәт: https://gtrk.tv/novosti/188708-tri-goroda-bashkirii-poluchat-580-mln-rubley-preobrazovaniya-gorodskih-territoriy
#нацпроектыБашкортостан, #НацПроектЗдравоохранение #НацПроектЗдравоохранение02, #национальныепроект, #нацпроект, #региональныепроект
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты
Фото: Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалығы сайтынан.
Читайте нас: