Һауа судноһы бортында пассажирҙарға термометрия үткәрҙеләр, шунан һуң улар COVID-19-ҡа анализ тапшырҙы. Терминалда өс медицина бригадаһы эшләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирус инфекцияһының таралыуын булдырмау буйынса оператив штаб ҡарары менән 28 июлдән Рәсәй көньяҡ курорттарынан Башҡортостанға ҡайтыусы граждандар COVID-19-ға тест үтә. Рейстарҙың барыһын да тикшермәйҙәр. Әгәр анализ һөҙөмтәләре инфекцияның булыу осраҡтарын күрһәтһә, республикала инфекцияның таралыу хәүефе тыуһа, тикшереүҙәр көсәйтеләсәк.
Йәйге миҙгелдә «Өфө» аэропортынан илдең көньяҡ төбәктәренә аҙнаһына 38 рейс үтәлә, 11 авиакомпания осоштар ойоштора. План буйынса, август аҙағына тиклем Ҡара диңгеҙ буйындағы курорттарға республиканан 65 меңдән ашыу кеше осасаҡ.
«Өфө» аэропортында коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү буйынса комплекслы саралар ҡабул ителә. Терминалдарҙа стационар диспенсерҙар, һауаны бактерицид таҙартыусы саралар урынлаштырылған, социаль дистанция һаҡлау өсөн махсус һыҙыҡтар билдәләнгән.
«Өфө» аэропорты - биш тепловизор ғәмәлдә булған илдәге аэропорттарҙың береһе. Аэровокзал комплексы биналары һәр ике сәғәт һайын дезинфекциялаусы саралар ҡулланып йыйыштырыла. Һәр рейстан һуң пассажир автобустары һәм траптар дезинфекциялана.