Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 14:40

Ауырғазы районы һөтсөлөк буйынса иң яҡшылар араһында

Башҡортостан буйынса һөтсөлөк рейтингында иң яҡшы алты район араһында Ауырғазы районы ла бар

Республиканың ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары сәнәғәт етештереүенә 460,3 мең тонна һөт тапшыра. Башҡортостан ауыл хужалығы консультация биреү үҙәге 10 авгусҡа шундай күрһәткестәр бирә. Был үткән йылға ҡарағанда 19.2 мең тоннаға артығыраҡ.
Һөт етештереүҙә иң ҙур күрһәткестәр Саҡмағош районында. Уларҙа был һан 38,5 мең тонна тәшкил итә. Дөйөм республика буйынса һөт етештереүҙең 8 проценттан күберәге тура килә. Бынан тыш, Дүртөйлө, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Илеш, Мәләүез райондарына республикалағы һөттөң күп өлөшө тура килә.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы күрһәткестәре буйынса Башҡортостан һөт һатыуҙа максималь күләмгә еткән алдынғы төбәктәр исемлегендә.
Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса.
Читайте нас: