Рух
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 14:35

Миллиондан ашыу ғаиләгә айлыҡ түләүҙәр бирелә

Өс йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләр "Демография" милли проекты буйынса айлыҡ түләүҙәр ала

Өс миллиондан ашыу ғаилә өс йәшкә тиклем балалар өсөн түләү ала. Килеме бер ғаилә ағзаһына йәшәү минимумынан түбән булған ғаиләләргә "Демография" милли проекты сиктәрендә төбәк йәшәү минимумы күләмендә пособие бирелә.
Бөгөнгө көндә беренсе бала өсөн түләүҙәрҙе 836,6 мең ғаилә ала. Бындай пособие федераль бюджет сараларынан ата-әсәгә туранан-тура түләнә. Түләүҙәргә мөрәжәғәт иткәндә, пособие бер юлы бер йылға тәғәйенләнә. Әгәр түләү тәғәйенләнеп, уны һәм оҙайтыу ваҡыты етһә, ул 2020 йылдың 1 апреленән 1 октябренә тиклем беренсе балаға пособие автоматик рәүештә оҙайтыла, социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй. Түләүҙең күләме айына уртаса 12 мең һум тәшкил итә.
113,2 мең ғаилә икенсе балаға айлыҡ пособие ала. Икенсе бала өсөнаҡса әсәлек капиталы сараларынан түләнә. Был пособиены алыу өсөн Рәсәй пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Тағы ла 105,1 мең ғаилә өсөнсө һәм унан һуңғы бала өсөн түләүҙәр ала. 79 төбәктә бындай түләүҙәр башҡарыла.
Беренсе, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн пособие алыу өсөн ғаризаны бала тыуған көндән алып өс йыл дауамында теләһә ҡайһы ваҡытта бирергә була. Әгәр ғаилә бала тыуғандан һуң алты ай эсендә мөрәжәғәт итһә, түләү бала тыуған көндән тәғәйенләнә, йәғни мөрәжәғәт иткәнгә тиклем үткән айҙар өсөн дә бирелә. Әгәр бала тыуғандан һуң алты ай үткәс мөрәжәғәт итһәгеҙ, түләүҙәр ғариза бирелгән көндән алып билдәләнә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл "Демография" милли проекты сиктәрендә балаға түләүҙәр алған ғаиләләр һаны һиҙелерлек артты. Был түләү ваҡытын оҙайтыу һәм мохтажлыҡ критерийҙарына үҙгәрештәр индереү менән бәйле. Әгәр элек ата-әсәләр балаларына йәш ярымға тиклем өҫтәмә түләүҙәр алһа, хәҙер түләүҙәр өс йылға тиклем оҙайтылды. Бынан тыш, элек аҡса йән башына уртаса килеме бер ярым йәшәү минимумынан әҙ булған ғаиләләргә түләнде. Быйылдан түләүҙәр йән башына ике йәшәү минимумынан түбән булған осраҡта түләнә.
Сығанағы: РФ хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы.
#РеспубликаБашкортостан #нацпроектБашкортостан #национальныепроекты #производительностьтруда #поддержказанятости
Читайте нас: