Өфөлә Республика клиник онкология диспансерының яңы хирургия корпусын асыу тантанаһы уҙҙы.
Тантанала Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Гриднев һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Яңы бина туғыҙ ҡатлы, унда сменаһына 450 пациент ҡабул итерлек поликлиника, 240 урынлыҡ стационар урынлашҡан. Бында юғары квалификациялы 250 хеҙмәткәр, шул иҫәптән 68 төрлө белгес-табип эшләйәсәк. Дүшәмбе, 10 августа, үҙәк беренсе пациенттарын ҡабул итте.
Комплекс заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, был юғары кимәлдә медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Ә хәҙерге коммуникация саралары, шул иҫәптән телемедицина, ҡатмарлы операциялар һөҙөмтәле үтәүҙе тәьмин итә.
Радий Хәбиров һәм Олег Гриднев диагностикалау һәм дауалау кабинеттарын, палаталарҙы ҡараны, төҙөүселәр эшенең сифатлы һәм күләмле булыуын билдәләне.
– Был мәкерле, һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ни тиклем киң таралған ауырыу икәнен аңлайбыҙ. Яман шеш ауырыуын дауалау өсөн матди база артабан үҫтереүгә мохтаж ине. Был шәп корпустың сафҡа индерелеүе кешеләргә етди өмөт бирер, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Төҙөүселәргә эштәре өсөн рәхмәт белдерәм. Табиптарға яңы бинаны тапшырып, һәр пациенттың ғүмере һәм һаулығы өсөн көрәштә уңыштар теләйем. Беҙ онкология хеҙмәтен модернизациялау буйнса эште дауам итәбеҙ һәм республика буйынса 13 амбулатор онкология үҙәген төҙөйәсәкбеҙ. Бынан тыш, беҙ Республика балалар клиник дауаханаһында Балалар онкологияһы һәм гемотологияһы үҙәге төҙөй башлау тураһында ҡарар ҡабул иттек.
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Гриднев коронавирус инфекцияһы хәүефе булған шарттарҙа Башҡортостанда юғары технологиялы медицина ярҙамы үҫешендәге уңыштарҙы юғары баһаланы.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
#нацпроектыБашкортостан, #НацПроектЗдравоохранение #НацПроектЗдравоохранение02, #национальныепроект, #нацпроект, #региональныепроект